Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2010, 14:14

Башҡортостан журналистары төбәк һәм милли киң мәғлүмәт сараларының Ҡазан форумында ҡатнашты

Ҡазанда Рәсәй Федерацияһы төбәктәре вәкилдәре ҡатнашлығында 4-се төбәк һәм милли киң мәғлүмәт саралары конгресы эше тамамланды. Башҡортостан исеменән форумда республика Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте етәксеһе Зөһрә Сәйетҡолова, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Артур Иҙелбаев, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы генераль директоры Юнир Аҙнабаев, «Тамаша» журналының баш мөхәррире Фәнил Ҡоҙаҡаев һәм республика киң мәғлүмәт сараларының башҡа вәкилдәре ҡатнашты.
Форум программаһы бай эстәлекле ине. Конгреста ҡатнашыусылар «Возрождение – Яңырыш» Республика тарихи ҡомартҡыларҙы һәм мәҙәниәтте тергеҙеү фонды презентацияһына саҡырылды, унда был күләмле проекттың инициаторы, Дәүләт советнигы, Татарстан Республикаһының беренсе Президенты Минтимер Шәймиев сығыш яһаны. «Федор Шаляпин» теплоходында Татарстан ҡунаҡтары Волга буйында урынлашҡан бөтә Рәсәй православие һәм мосолмандарының изге урындарын – утрау-ҡала Свияжскиҙы һәм Болғар ҡаласығы тарихи-архитектура һәйкәлен ҡараны. «Возрождение – Яңырыш» фонды тәү сиратта көсөн тап ошо ҡомартҡыларҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтә.
Конгресс программаһы Рәсәй һәм сит ил киң мәғлүмәт сараларының алдынғы журналистары һәм етәкселәренең мастер-кластарын да үҙ эсенә алды.
Татарстан Республикаһы Премьер-министры Илдар Халиков менән осрашыу ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, ул журналистарҙың бихисап һорауҙарына яуап бирҙе.
Мәҙәни программа сиктәрендә медиа-форумда ҡатнашыусылар Ҡазан Кремле янында үткән 3-сө «Донъя яралыуы» халыҡ-ара музыкаль фестивалендә лә булды.
Форум барышында Башҡортостан вәкилдәренең Татарстандың Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса Республика агентлығы етәксеһе Марат Моратов, «Татмедиа» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Айҙар Сәлимгәрәев, «Татар-информ» мәғлүмәт агентлығының генераль директоры Леонид Толчинский, Татарстандың башҡа киң мәғлүмәт саралары етәкселәре менән эшлекле осрашыуҙары үтте.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: