12:25 (UTC+5), 25 Июня 2010

Суд приставтары дуҫтарса шарждар төшөрә

Әлфиә Әһлиуллина
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре Рәсәй суд приставы институтының 145 йыллығы уңайынан үҙ-ара дуҫтарса шарждар конкурсы ойоштора. Хеҙмәт тарихында ул беренсе тапҡыр үтә. Ижади ярыш үткәреүҙең инициаторы – Рәсәй Федераль суд приставы хеҙмәте.
«Башинформ» агентлығына ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, суд приставтарының көндәлек эшмәкәрлеген кәүҙәләндергән юмористик һүрәттәрҙе конкурс комиссияһы өс номинация буйынса баһалаған: «Сюжетлы шарж», «Предметлы шарж» һәм «Портретлы шарж».
Конкурстың беренсе этабына йомғаҡтар яһалған да инде. Туймазы һәм Ауырғазы район бүлексәләре суд приставтары уның еңеүселәре тип табылған. Тап уларҙың шарждары республика Идаралығы исеменән ижади ярыштың икенсе этабына тәҡдим ителәсәк, ул Волга буйы федераль округы күләмендә иң яҡшыларҙы билдәләйәсәк.
Конкурстың өсөнсө һәм һуңғы этабы иһә Рәсәйҙәге иң яҡшы эштәрҙе асыҡлаясаҡ.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика