09:33 (UTC+5), 24 Июня 2010

Өфөлә офтальмология буйынса 79-сы тюбинген курстары ойошторола

Ольга Мортазина
25-26 июндә Өфөлә БР Фәндәр академияһының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты базаһында офтальмология буйынса 79-сы тюбинген курстары үтәсәк.
Ике көн буйына Рәсәйҙән, Германиянан, Великобританиянан һәм Япониянан врачтар күҙҙең селтәрле ҡабығы ҡубыуын дауалау мәсьәләләрен тикшерәсәк. Курстарҙы алыштырғыһыҙ ойоштороусы, немец профессоры Ингрид Крессиг тәүге тапҡыр бындай халыҡ-ара форумды бынан 21 йыл элек Германияның биш классик университет ҡалаһына ингән Тюбингенда үткәргән. Шул ваҡыттан алып тюбинген курстары йылына 4-8 тапҡыр бөтә донъя буйлап үткәрелә һәм офтальмологтар араһында ҙурыраҡ популярлыҡ яулай бара. Өфө ике йыл элек 61-се курстарҙы ҡабул иткәйне инде.
Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты директоры Мөхәррәм Бикбов Ингрид Крессиг менән бергә курстар модераторы буласаҡ.
Офтальмохирургтар Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының видеоаппаратура менән йыһазландырылған операция бүлмәләрендә эшләйәсәк һәм коллегалары менән иң һуңғы методикалар буйынса операциялар үткәреү тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика