Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июнь 2010, 11:03

"Версия Башкортостана" гәзитендә "ҡыҙыу линия"

Аҙна һайын сыға торған "Версия Башкортостана" гәзитенең “ҡыҙыу линия”һына шылтыратығыҙ — һәм һеҙгә редакция ҡунаҡтары: адвокаттар, прокурорҙар, төрлө ведомстволар хеҙмәткәрҙәре ярҙамға киләсәк. Бөгөн ашығыс хоҡуҡ ярҙамын Өфө адвокаты Ринат Ишмөхәмәтов күрһәтәсәк.
Хеҙмәтләндереү тулыһынса бушлай, һәм быға мохтаж булыусылар барыһы ла 15 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем (8-347) 272-79-16 телефоны буйынса шылтырата ала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был даими рубрика, граждандар менән туранан-тура аралашыу айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбе көндәрендә үтә. Үрҙә күрһәтелгән телефон буйынса шылтыратып, квалификациялы юрисҡа үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙы бирегеҙ. Был ике сәғәт эсендә бирелгән һорауҙарға яуаптар "Версии Башкортостана" гәзитенең яҡындағы һандарында баҫыласаҡ.
Киләһе "ҡыҙыу линия" 13 июлдә үткәрелә. Шулай уҡ һорауығыҙҙы гәзиттең 15-се битендә урынлаштырылған купонға яҙып ебәрә алаһығыҙ – яуап гәзиттең “Һеҙҙең хоҡуғығыҙ” ("Ваше право") даими рубрикаһында баҫылып сығасаҡ.
Автор:Анжелика Ғизәтуллина
Читайте нас: