04:04 (UTC+5), 22 Июня 2010

Коджатепе университеты Әхмәтзәки Вәлиди Туғанға арналған халыҡ-ара конференция үткәреүгә әҙерләнә

Әхәт Сәлихов
Төрки мәҙәниәте халыҡ-ара ойошмаһы (ТӨРКСОЙ) һәм Афьон-Карахисар ҡалаһының (Төркиә) Коджатепе университеты 2010 йылдың 13-15 октябрендә «Зәки Вәлиди Туған һәм төрки мәҙәниәте» халыҡ-ара конференцияһын үткәрергә әҙерләнә. Ғилми форум университеттың хәҙерге төрки телдәре һәм әҙәбиәте һәм тарих бүлектәре нигеҙендә үтәсәк.
Коджатепе университеты ҡатнашыусыларҙың туҡланыу һәм ҡайҙа йәшәү проблемаһын үҙе хәл итергә ниәтләй. Абруйлы ҡунаҡтар исемлегендә - алдынғы төрөк ғалимдары Мостафа Иҫән, Йекта Сарач, Бахаеддин Йедийылдыз, Осман Хорат, Халюк Акалын, Иҫәнбикә Туған, Сүбидәй Туған. Ойоштороу комитеты составында Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың уҡыусыһы профессор Тунджер Байкара ла бар.
Өҫтәмә мәғлүмәтте һәм форумда ҡатнашыуға заявканың формаһын http://www.cagdas.aku.edu.tr/zvt/index.html сайтында табырға мөмкин.
Конференция Әхмәтзәки Вәлиди Туған Йылы сиктәрендә үткәрелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика