Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
19+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2010, 11:27

Башҡорт батыры Азамат Бикбаев – грек-рим көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты призеры

Грек-рим көрәше буйынса Рәсәй чемпионатында Мәскәүҙә 84 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Белорет спортсыһы Азамат Бикбаев көмөш миҙал яулаған.
Финалда Азамат Новосибирскиҙан Евгений Богомолов менән осраша.
— Дөрөҫөн әйткәндә, миңә Азамат Бикбаев ҡаршы сығыр, тип көткәйнем. Һуңғы арала ул ныҡ оҫтарҙы. Турнир барышында биш көслө көрәшсене еңде. Ул үҙенсәлекле көрәшә. Балаҫтағы ситуацияны яҡшы тоя, аҡыллы контратака эшләй белә, һәр ваҡыт оторға тырыша. Мин был турала белә инем, сөнки ҡасандыр уға ҡаршы сыҡҡаным булды. Шуға ла тренер аныҡ бурыс ҡуйҙы, һәм уны үтәй алдым, - тине көрәштән һуң «Весь спорт» агентлығына интервьюһында Богомолов.
Көрәш түбәндәге ауырлыҡ категорияларында үтте: 55, 60, 66, 74, 84, 96, 120 килограмға тиклем.
Башҡортостан йыйылма командаһы составында был ярыштарҙа тренерҙары Рәмил Сираев етәкселегендә Исмәғил Насрулаев (Өфө), Дамир Әхмәтйәнов (Өфө), Андрей Лихачев (Октябрьский) һәм Азамат Бикбаев (Белорет) ҡатнашҡан.
Автор:Дмитрий Слезин
Читайте нас: