06:47 (UTC+5), 18 Июня 2010

Республика халҡына - тиҙ хоҡуҡи ярҙам

Анжелика Ғиззәтуллина
"Версия Башкортостана" социаль-хоҡуҡи аҙналыҡтың “ҡыҙыу линияһына” шылтыратығыҙ — һәм һеҙгә мөхәрририәт ҡунаҡтары - адвокаттар, прокурорҙар, һәр төрлө ведомство хеҙмәткәрҙәре кәңәштәре менән ярҙам итер. Шишәмбе, 22 июндә, тиҙ хоҡуҡи ярҙамын һеҙгә Өфө адвокаты Ринат Ишмөхәмәтов тәҡдим итә.
Был хеҙмәт бушлай күрһәтелә һәм мохтаждарҙың барыһы ла ҡуллана ала, бары (8-347) 272-79-16 номерҙарын йыйырға ғына кәрәк. Шылтыратыуҙар 15-00-дән 17-00-гә тиклем ҡабул ителә. Йәнә бер ҡабатлайбыҙ, был даими рубрика, граждандар менән әңгәмәләшеү айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбелә үткәрелә. Үрҙә күрһәтелгән телефон номерына шылтыратып, квалификациялы юрисҡа ҡыҙыҡһындырған һорауығыҙҙы бирегеҙ!
«Ҡыҙыу линия»ға гражданлыҡ эштәре, шулай уҡ енәйәт эштәре менән бәйле бик күп һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр. Был ике сәғәт эсендә бирелгән барлыҡ һорауҙарға яуаптар "Версия Башкортостана" гәзитенең яҡын көндәрҙәге һандарында баҫылып сыға.
Киләһе "ҡыҙыу линия" 13 июлдә үтәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үҙ һорауыңды гәзиттең 15-се битенән ҡырҡып алынған купонға ла яҙып ебәрергә мөмкин – яуап “Һеҙҙең хоҡуҡ” рубрикаһында баҫылып сығасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика