— Республикала ҡотҡарыу саралары һәм ҡотҡарыусы көстәр етәрлек, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары, БР бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы Сергей Карась. — Быларға БР авария-ҡотҡарыу отряды ла, шулай уҡ Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының авария-ҡотҡарыу отрядтары ла инә. Улар һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер, әммә беҙ ҡотҡарыусыларҙы һәр боролошҡа ҡуя алмайбыҙ, улар һыу инеү өсөн махсус билдәләнгән һәм йыһазландырылған урындарҙа ғына дежур итә. Шулай уҡ беҙгә ҡотҡарыусыларҙың студенттар корпусы ла ярҙам итә. Был бик ҙур көс, улар көн һайын иртәнге 10-дан киске 11-гә тиклем дежурҙа. Студенттар тейешле әҙерлек үткән. Бынан тыш, йәштәр һәйбәт йөҙә һәм медицина ярҙамы күрһәтә ала.
Сергей Павлович билдәләүенсә, йылына улар менән 200-гә яҡын килешеү төҙөлә.
— Егеттәргә ҡотҡарыусы булып эшләү оҡшай, рухи ҡәнәғәтләнеүҙән тыш, улар һәйбәт эш хаҡы ла ала.
Республикала 67 һыу буйында халыҡ күпләп ял итеү өсөн тәғәйенләнгән урын йәки пляж эшләргә тейеш, әммә бөгөнгө көндә ни бары 15-е генә асылған, шуларҙың икәүһе - Өфөлә. Ҡалған 52-һенең эшләмәүенең сәбәптәре – йыһазландырылмауы йәки бысраҡ һыулы булыуы. Әлеге ваҡытта ҡотҡарыусылар был һыу ятҡылыҡтарының төбөн тикшереүҙе һәм таҙартыуҙы тамамлай, алдағы өс-дүрт көн эсендә улар ял итеүселәрҙе ҡабул итергә әҙер буласаҡ. Шулай ҙа республика халҡы һыу инеү миҙгелен асҡан. Ҡорбанһыҙ булманы – миҙгел асылғандан алып дүрт кеше һәләк булды. Республика һыу объекттарында 2010 йылда бөтәһе 42 ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән, уларҙа 35 кеше һәләк булған, шуларҙың дүртәүһе – 14 йәшкә тиклемге балалар.
— Һыуҙың үҙенә ҡарата иғтибарлы ҡараш талап итеүен оноторға ярамай, — тине Сергей Карась. — Һыуҙа бәхетһеҙлек осрағын булдырмаҫ өсөн күп кәрәкмәй. Ни бары күптән билдәле ҡағиҙәләрҙе генә үтәргә кәрәк. Беренсенән, кеше күп булған йәки ҡотҡарыусылар менән һаҡланған махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инергә кәрәк. Икенсенән, спиртлы эсемлектәр ҡулланмаҫҡа һәм ауырығанда һыуға инмәҫкә. Әгәр балаларығыҙ бар икән, уларға контроль булырға тейеш. Бик йыш балалар ата-әсәһен алдай һәм йылғаға һыу инергә йүгерә. Күптән түгел Өфөнөң Калинин районындағы Максимовка күлендә трагик осраҡ булды. Малай ололарға велосипедта йөрөйөм, тип әйтһә лә, үҙе һыу инергә ҡарар итә. Үкенескә күрә, бала бата.
БР бәләкәй суднолар буйынса баш дәүләт инспекторы билдәләүенсә, статистиканан күренеүенсә, күп осраҡта алкоголдән иҫергән 25-45 йәштәрҙәге ир-егеттәр һәм ҡарауһыҙ ҡалдырылған балалар бата. Ә халыҡтың иң һаҡ өлөшө - ҡатын-ҡыҙҙар. Улар араһында бөгөнгө көндә батыусылар юҡ.
Һүҙен тамамлап, Сергей Карась ыңғай тенденцияны билдәләне. Әгәр 1998 йылда һыуҙа 638 кеше һәләк булһа, уҙған йылда был һан 141-гә кәмегән.