05:08 (UTC+5), 16 Июня 2010

Салауатта логопедия мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара семинар үтә

Эльмира Сабирова
Салауатта «Телмәр һәм ишетеү ағзалары боҙолған кешеләргә логопедик ярҙам. Рәсәй-герман тәжрибәһе» халыҡ-ара семинары үтә. Унда Башҡортостандың мәғариф һәм медицина учреждениелары, реабилитация үҙәктәре логопедтары, сурдопедагогтары, психологтары, республиканың юғары һәм урта профессиональ уҡыу йорттары уҡытыусылары һәм студенттары, Берлин – Штутгарт Медицина академияһы FON институтының логопедия, физиотерапия, эрготерапия өлкәһендәге белгестәре ҡатнаша.
Форумдың маҡсаты – республика белгестәренең һәм уларҙың немец коллегаларының инвалид балаларҙың һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең телмәрен төҙәтеү һәм үҫтереү буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу.
17 июндә семинар сиктәрендә БР Мәғариф министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы белгестәре, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының махсус педагогика һәм психология кафедраһы, БР Мәғарифты үҫтереү институтының коррекцион педагогика кафедраһы, З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының Педагогика һәм психология институты уҡытыусылары, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәге, Телмәр патологияһы, ишетеү ағзалары реабилитацияһы һәм нейрореабилитация үҙәге, Республика балалар клиник дауаханаһы врачтары, инвалидтарҙың республика йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында «Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе комплекслы реабилитациялау: тәжрибә, практика, инновациялар» темаһына түңәрәк өҫтәл үтәсәк.
Халыҡ-ара семинар һәм түңәрәк өҫтәл йомғаҡтары буйынса тейешле рекомендациялар ҡабул ителәсәк һәм улар БР, РФ дәүләт органдары, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау учреждениелары, шулай уҡ «ЮНЕСКО» халыҡ-ара ойошмаһы адресына йүнәлтеләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика