09:33 (UTC+5), 16 Июня 2010

Хор сәнғәте оҫталарын «Ағиҙел йондоҙҙары» фестивалендә көтәләр

Әлфиә Әһлиуллина
Ике йылға бер тапҡыр Белорет ҡалаһында «Ағиҙел йондоҙҙары» республика хор сәнғәте фестивале-конкурсы үтә. Уны Башҡортостан республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Белорет районы хакимиәте ойоштора. Фестивалдә Башҡортостандың иң яҡшы хор коллективтары билдәләнә.
Быйыл фестиваль бишенсе тапҡыр үтә, ҡунаҡтарҙы Белоретта 24-26 июндә көтәләр.
Фестиваль-конкурста теләге булған һәр вокаль, фольклор йәки хор ансамбле ҡатнаша ала. Бының өсөн коллективтарға рус һәм сит ил композиторҙарының биш-һигеҙ әҫәренән торған (шуларҙың икәүһе – а капелла) ҙур булмаған программа әҙерләргә тәҡдим ителә. Шулай уҡ эшкәртелгән халыҡ йырҙарын һәм башҡорт композиторҙары әҫәрҙәрен башҡарыу мотлаҡ.
Ҡатнашыусылар сығышын составына вокал, фольклор, сәхнә костюмы һәм хореография буйынса квалификациялы белгестәр ингән жюри баһалаясаҡ.
«Ағиҙел йондоҙҙары» фестиваль-конкурсы республикала хор һәм вокал башҡарыу сәнғәте традицияларын һаҡлау, үҫтереү һәм пропагандалау, халыҡ, классик һәм заманса хор музыкаһын өйрәнеү һәм пропагандалау, хор коллективтары репертуарын байытыу кеүек мөһим мәсьәләләрҙе хәл итә.
Фестиваль-конкурс хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге телефондарға шылтыратып белешергә мөмкин: (347) 272-53-25 (Маргарита Мансурова) һәм (34792) 3-42-00, 3-06-35, 5-24-84 (Зәлифә Әғләмова).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика