09:44 (UTC+5), 11 Июня 2010

«Интернет-Өфө 2010» конкурсына йомғаҡ яһала

"Башинформ"
Бөгөн Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында «Интернет-Өфө 2010» конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үткәрелә.
Конкурс һигеҙенсегә үтте, һәм быйыл ҡатнашыусылар иҫәбе буйынса үҙенә күрә рекорд ҡуйылды. Бер айҙан әҙ генә күберәк ваҡыт эсендә һигеҙ төп номинацияла 300 заявка тапшырылған. Конкурс үткәрелеп килгән бар йылдарҙағы ҡатнашыусыларҙың был өстән бер өлөшө. Һәм был өҫтәмә категорияларҙы һәм иң күләмле «Халыҡ тауыш биреүе» номинацияһын иҫәпкә алмағанда.
— Ҙур үҙгәрештәр күҙгә күренеп тора. Ете йыл эсендә «Интернет-Өфө»гә меңләгән ҡатнашыусы заявка биргән, — тип билдәләй «Интернет-Өфө 2010» конкурсының ойоштороу комитеты рәйесе, ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев. — Бөгөн ҡала веб-ресурстары донъя селтәрендә Рәсәйҙең иң эре эш, фән һәм мәҙәни үҙәге булараҡ Өфөнөң ыңғай имиджын һәм ыңғай йәмәғәтселек фекерен формалаштырыуға үҙ өлөшөн индерә.
«Интернет-Өфө 2010» конкурсында тиҙ арала халыҡҡа еткереүҙе, эстәлегенең байлығы, мәғлүмәтлекте, аңлайышлы булыуҙы эшенең төп критерийы итеп алған иң яҡшы, иң лайыҡлы сайттар асыҡланды. Конкурсты ойоштороусыларҙың еңел ҡулы менән бындай интернет-ярыштар Башҡортостан һәм Ырымбурҙың ете ҡалаһында үткәрелә башланы, 2010 йылдың дебютанты – Салауат.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика