10:28 (UTC+5), 08 Июня 2010

Мәктәп ашханаһында туҡланыусы балалар һаны артты

Эльмира Сабирова
Һуңғы биш йылда Өфөнөң мәктәп ашханаларында ойошҡан рәүештә туҡланыусы уҡыусылар һаны 2009-2010 уҡыу йылында 11 процентҡа артты. Был турала 8 июндә мэрияла үткән кәңәшмәлә Өфө хакимиәтенең ҡулланыусылар баҙары идаралығы начальнигы Ирина Рублева хәбәр итте.
2009-2010 уҡыу йылында 92 меңдән ашыу уҡыусы мәктәптә туҡланды. Ирина Евгеньевна билдәләүенсә, артыу башлыса ата-әсәләр средстволары иҫәбенә, бөгөн ундайҙар 72 процент тәшкил итә, 25 проценты ҡала бюджеты средстволары иҫәбенә, ә балаларҙың өс проценты мәктәп ашханаһында ашамай.
— Статистика буйынса, 37 мең башланғыс мәктәп уҡыусыһы (1–4 кластар) ҡайнар аш менән 100 процентҡа солғап алынған, — тине Ирина Рублева. – 46 мең уртаса йәш категорияһы уҡыусылары (5–9 кластар) – 98 процентҡа, 11 мең өлкән класс уҡыусыларынан ни бары 94 проценты ғына. Уларҙың күптәре буфет продукцияһын өҫтөн күрә.
Күп балалы, аҙ тәьмин ителгән һәм имен булмаған ғаиләләрҙән уҡыусылар туҡланыуға дотация ала. Бындай балалар быйылғы уҡыу йылында 20221 булды.
— Балаларҙың һаулығын һаҡлау маҡсатында ҡалала мәктәп туҡланыуын контролгә алыуҙы яҡшыртыу буйынса эш алып барыла, — тине Ирина Рублева. – Яңы кулинар блюдолар һәм кондитер изделиелары әҙерләнелә, аш-һыу әҙерләүҙең прогрессив технологиялары һәм хеҙмәтләндереү формалары индерелә. Бөгөн был айырыуса мөһим, сөнки һуңғы йылдарҙа уҡытыу процесы ярайһы уҡ ҡатмарлы, һәм балалар күп ваҡытын мәктәптә үткәрә.
Шуны ла әйтергә кәрәк, 2007 йылда баш ҡалала «Мәктәп һөтө» системаһы индерелде, уға ярашлы башланғыс класс уҡыусыларына аҙнаһына өс тапҡыр бушлай һөт бирелә. Бының өсөн 2010 йылға ҡала бюджетында 36 миллион һумдан ашыу аҡса ҡаралған.
Өфө мэры Павел Качкаев, тулы туҡланыу – балаларҙың һаулыҡ нигеҙе, шуға күрә мәктәптә ашатыу сифатлы һәм арзан булырға тейеш, тип билдәләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика