Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.17
0
90.4
0
66.47
+1.13
25+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2010, 11:36

«Урал моңо-2010»да еңеүселәр – иртәгәһе йондоҙҙар

Өфөлә төрки йәштәрҙең «Урал моңо-2010» XV халыҡ-ара музыкаль ижад конкурс-фестивале тамамланды. Уны йомғаҡлап 5 июндә Конгресс-холда наградлау тантанаһы һәм лауреаттарҙың гала-концерты үтте.
Йәш башҡарыусыларҙың «Урал моңо-2010» конкурс-фестивалендә Ҡырым Автономиялы Республикаһынан (Украина) – «Бельбек» ансамбле йырсылары иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Тап ошо коллектив «Урал моңо-2010» Гран-прийын яуланы.
— Ҡырым йәштәре жюриға үҙҙәренең бик юғары профессиональ кимәлдә вокал алымдарының киң спектрына эйә булыуҙарын күрһәтте, — тине конкурс комиссияһы ағзаһы, Өфө сәнғәт училищеһы педагогы Светлана Слягузова.
Ул, коллективта ҡатнашыусыларҙың барыһының да тауыштары бик яҡшы булыуын, ҡатмарлы әҫәрҙәрҙе акапелла менән алты-биш тауышҡа башҡарыуҙарын билдәләне.
«Бельбек» ансамбле солисы Алие Хаджебатдинова «Урал моңо»нда тәүге тапҡыр ғына түгел. 2008 йылда ул конкурс-фестивалдә ҡатнашып, өсөнсө урын яулағайны.
Гала-концертта «Бельбек» ансамблендә ҡатнашыусылар башҡорт тамашасыһына бүләк тә әҙерләгәйне – башҡорт халыҡ йыры «Таң алдынан»ды башҡарҙы.
Юбилей конкурс-фестивалендә Юлиана Кривошапкина (Саха (Якутия) менән Бекзат Оспанов та (Ҡаҙағстан) лидерҙар рәтенә сыҡты. Уларға I дәрәжә лауреат дипломдары тапшырылды.
Тағы ике башҡарыусы үҙ-ара почетлы икенсе урынды бүлеште – улар Жадыра Арыстанова (Ҡаҙағстан) менән Айдемир Сингл (Тыва).
Өсөнсө урынға Наталья Албычакова (Хакасия) менән Гөлнур Ҡарабулатова (Башҡортостан) сыҡты. «Урал моңо-2010»нда беҙҙең республиканан алты ҡатнашыусылан Гөлнур Ҡарабулатова ғына иң юғары — өсөнсө урын яуланы.
«Урал моңо-2010» махсус приздарына «Новая Азия» төркөмө (Алтай), Нургөл Мусилимова (Ҡаҙағстан), «Карауанһарай» төркөмөнөң йәш составы, Айҙар Хәмзин һәм Юнир Һағынбаев (Башҡортостан) лайыҡ булды.
Төрки йәштәрҙең «Урал моңо-2010» XV халыҡ-ара музыкаль ижад конкурс-фестивале лауреаттарын наградлау тантанаһында юғары ҡунаҡтар – Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы вәкиле Ольга Тищенко, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры урынбаҫары Камилә Дәүләтова ҡатнашты.
Ольга Тищенко Рәсәй мәҙәниәт министры Александр Авдеевтың фестивалдә ҡатнашыусыларға һәм уны ойоштороусыларға ҡотлауын уҡып ишеттерҙе. Унда, «Урал моңо-2010» ҙур ағартыу миссияһын – йәш таланттарға ярҙам һәм милли мәҙәниәттәрҙе популярлаштырыу – башҡарыусы мөһим һәм заманса проект булып тора, тиелә.
Үҙенән өҫтәп Ольга Алексеевна, «Урал моңо» конкурс-фестивале РФ Мәҙәниәт министрлығының «Рәсәй мәҙәниәте» программаһында айырым бер урын биләй, тине.
— Фестиваль Рәсәйҙең төрлө илдәре һәм төбәктәренән бик күп йәш башҡарыусыларҙы осраштыра һәм берләштерә, – тине Ольга Алексеевна. – Ә йәштәр — беҙҙең киләсәгебеҙ, һәм мин, был йәштәр үҙ белемен һәм тәжрибәһен киләһе быуындарға тапшырыр, тип бик ышанам!
Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас: