06:57 (UTC+5), 04 Июня 2010

I тур йомғаҡтары буйынса «Урал моңо-2010» фавориттары билдәләнде

Әлфиә Әһлиуллина
I конкурс көнө йомғаҡтары буйынса тамашасылар үҙҙәре өсөн төрки йәштәрҙең «Урал моңо-2010» Халыҡ-ара музыкаль ижад фестивале фавориттарын билдәләне. Күпселек фекере буйынса лидерҙар иҫәбенә солистар Юлиана Кривошапкина (Саха (Якутия), Айдамир Сингл (Тыва), Бекзат Оспанов (Ҡаҙағстан), Юнир Һағынбаев һәм «Бельбек» ансамбле (Ҡырым-Украина) инде.
Башҡортостан вәкилдәренән призлы урынға шулай уҡ «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө дәғүә итә, тип иҫәпләй башҡорт музыка сәнғәтен һөйөүселәр. Улар төркөмдөң 4 июндә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында үтәсәк II һайлап алыу турында сығышына ҙур өмөт бағлай.
Жюри ағзаһы Абай Әмирхановтың (Ҡаҙағстан) һүҙҙәренә ҡарағанда, «Урал моңо-2010»дың икенсе конкурс көнө бик ҡыҙыҡлы булырға оҡшай.
— Конкурсанттарҙың күбеһе ярайһы уҡ көслө һәм яҡшы әҙерлекле. Финалға сығыу өсөн бөгөнгө ижади ярыш көсөргәнешле булды, – тип иҫәпләй Абай Ғәзиз улы.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика