Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.93
0
100.8
0
73.05
+1.44
12+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Июнь 2010, 10:56

Башҡортостан балалары иғтибар үҙәгендә

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы менән Башҡортостан республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил араһында төп принцибы бәлиғ булмаған балалар мәнфәғәтен яҡлау, уларҙың азатлығын һәм хоҡуғын хөрмәт итеү булған килешеүгә ҡул ҡуйылған.
Был килешеү буласаҡ граждан йәмғиәтен формалаштырыуҙа хеҙмәттәшлек итеү, социаль көсөргәнешлекте кәметеү, әсәлек һәм балалыҡты яҡлау маҡсатында әҙерләнгән.
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы етәксеһенең урынбаҫары Луиза Колошевина әйтеүенсә, төҙөгән килешеү нигеҙендә суд ҡарарҙарын үтәү барышында суд приставтары бәлиғ булмаған балаларҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәтен ҡыҫыу осраҡтарын асыҡлаһа, был турала мәғлүмәт, тейешле сараһын күреү маҡсатында, БР-ҙағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилгә ебәреләсәк.
Ҡағиҙә булараҡ, күп осраҡта бындай хоҡуҡ боҙоуҙар ата-әсәләре менән баланы ҡарау өсөн алимент түләмәүҙән ғибәрәт. 2010 йылдың дүрт айында ғына Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралыҡта алимент түләтеү буйынса 44519 эш ҡаралған.
«Башинформ» агентлығына Федераль суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы йылдың тәүге дүрт айында суд приставтары - законды үтәүселәр менән бурыслыларҙы – алимент түләргә тейешле кешеләрҙе эҙләү тураһында 2799 ҡарар ҡабул ителгән. Бынан тыш, 649 бурыслы гражданға ҡарата алимент түләүҙән ҡасҡаны өсөн енәйәт эше асылған.
Ғәмәлдәге ҡануниәт менән ҡаралған сараларҙан тыш, республиканың суд приставтары үҙенсәлекле алымдар ҙа ҡуллана. 2010 йылдың 7 июненән башлап, мәҫәлән, телеэкрандарҙан сираттағы отпуск миҙгелендә актуаль булған «Бурыстарыңды түлә лә, көньяҡҡа ос» анимацион ролигы күрһәтелә башлаясаҡ.
Автор:Юлай Мәғсүмов
Читайте нас: