11:14 (UTC+5), 03 Июня 2010

Өфөнөң йәмәғәт туҡланыу предприятиелары «Башҡорт милли кухняһы – республика байлығы» фестивалендә ҡатнаша

Любовь Колоколова
Республика Йылы һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә Өфөнөң алдынғы йәмәғәт туҡланыу предприятиелары «Башҡорт милли кухняһы – республика байлығы» фестивален үткәрә. Сарала Өфөнөң ете районынан бөтәһе 80-гә яҡын туҡланыу индустрияһы предприятиелары ҡатнаша. Фестивалдең ойоштороусыһы — БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты.
Фестивалдә ҡатнашыусылар араһында – төрлө милекселек формаһындағы предприятиелар: дәүләт учреждениелары һәм акционерҙар йәмғиәттәренең ашханалары, кафе, ресторандар, трактирҙар һәм бистро. Иң билдәлеләрҙән «Пышка» компаниялары төркөмө бүлексәләре, шул иҫәптән уның «Башҡорт кухняһы йорто», «Айтон», «Аҡбуҙат», «Шаляпин», «Портофино», «Тропикана», «Сауле» ресторандары, «Сани», «Амбар», «Ёлки-палки» трактирҙары, «Лидо на Пушкина», «Иҫке Өфө», «Ҡариҙел», «Лесное», «Мокко», «Атриум» кафелары, «Гүзәл» ашханаһы, «Шахерезада» һәм башҡалар. Уларҙың күбеһе башҡорт аштарын 1 июндән башлап көн һайын тәҡдим итә. Халыҡ араһында сәк-сәк, ғөбәҙиә, ваҡ бәлеш, туҡмас, бауырһаҡ һәм башҡа продукция ҙур һорау менән файҙалана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан республиканың бар район һәм ҡалаларында туҡланыу индустрияһы предприятиелары менән башҡорт кухняһы көндәрен, аҙналығын, декадаһын үткәреү планлаштырылған. Башланғыс һәм урта белем биреү учреждениелары, сәнәғәт предприятиелары ашханалары, киң ҡулланылыштағы селтәр объекттары башҡорт аш-һыуының һәм ризыҡтарының киң ассортиментын тәҡдим итәсәк. Сауҙа, йәмәғәт туҡланыу һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиелары витриналары һәм фасадтарын биҙәүҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми раҫланған эмблемаһы, эске һәм тышҡы тематик реклама ҡулланыла.
Республика халҡын һәм ҡунаҡтарын юғары квалификациялы оҫталар әҙерләгән башҡорт аш-һыуынан ауыҙ итергә саҡыралар.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика