05:46 (UTC+5), 03 Июня 2010

Башҡортостандың баш ҡалаһында балалар һабантуйы гөрләне

Ирек Мөхәмәҙиев | фото: Андрей Старостин
Өфөлә, Салауат Юлаев исемендәге спорт-һауыҡтырыу комплексы стадионында Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған балалар спорт байрамы – һабантуй үтте. Уны "Рәсәй терәге" Башҡортостан төбәк бүлексәһе ҡатнашлығында БР Спорт федерациялары берекмәһе ойошторҙо.
"Башинформ" агентлығына берекмәнең башҡарма директоры Рөстәм Мәғсүмовтың хәбәр итеүенсә, республика һәм ҡала спорт федерацияларының алты командаһы тоҡтарҙа йүгереүҙә, эстафетала, армрестлингта уҙышты, бағанала ултырып, тоҡтар менән һуғышты, күҙҙәрен бәйләп көршәк ярҙы, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгерҙе, арҡан тартышты. Шулай уҡ сатраш һәм мини-футбол буйынса турнирҙар үткәрелде. БР Парашют спорты федерацияһы тәрбиәләнеүселәре өсөнсө урын алды, РБ Кудо федерацияһы вәкилдәре икенсе урында, ә беренсе урынды һәм БР Спорт федерациялары берекмәһе Кубогы батырҙары исемен БР Косики каратэ федерацияһы егеттәре яуланы.
Ошо уҡ мәлдә стадионда Еңеүҙең 65 йыллығына арналған Өфө хәрби-патриотик клубтары спартакиадаһы ла үтте. Клуб курсанттары һабантуй программаһы буйынса ярышты, бынан тыш, йүгереүҙә һәм автоматты йыйып-һүтеүҙә етеҙҙәрҙе билдәләне. "Бронза" "Спартак — Центр" клубына тәтене, "көмөш" — "Смена" тәрбиәләнеүселәренә, ә "Голубые молнии" клубына - "алтын". Бынан һуң 17 майҙа тамамланған парашют-атлетика күп алышы призерҙары һәм еңеүселәре тейешле наградаларын алды.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика