06:27 (UTC+5), 03 Июня 2010

4 июндә Өфөнән Оло Тәләк станцияһына "Хәтер" поезы китәсәк

Любовь Колоколова
4 июндә Мәскәү ваҡыты менән 5 сәғәт 30 минутта Өфө станцияһынан Оло Теләк станцияһына Көньяҡ Урал тимер юлы менән берлектә Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе тарафынан ойошторолған “Хәтер” поезы юлға сығасаҡ. Был ҡайғылы рейсты ойошторорға ҡарар итеү тураһында Куйбышев тимер юл агентлығының Башҡортостан производство участкаһы начальнигы Игорь Бараковских хәбәр итте.
Традиция буйынса был поезд сәфәре 1989 йылдың 3 июненән 4-енә ҡарата төндә Оло Тәләк станцияһы эргәһендә газ шартлау арҡаһында килеп тыуған фажиғә хаҡында иҫтәлеккә ойошторола. Катастрофа ике пассажир поезы — 1 284 пассажиры һәм поезд бригадаларының 86 ағзаһы менән 211-се Адлер - Новосибирск һәм 212-се Новосибирск – Адлер поездарының газ тулған зонаға килеп инеү ваҡытына тура килә. Элек, аныҡ расписание буйынса йөрөгәндә, был поездар бында бер ваҡытта ла осрашмаған булған. Тәҡдир осраҡлылығы арҡаһында 575 кеше һәләк була, 623 кеше имгәнә.
Оло Тәләк – Аша аралығының 1710-сы километрында фажиғәнең 21-се йыллығына арналған иҫкә алыу саралары үтәсәк. Поезд Мәскәү ваҡыты менән 7 сәғәт 30 минутта барып етергә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика