06:52 (UTC+5), 02 Июнь 2010

«Шүлгәнташ» ҡурсаулығы тәбиғәтте һаҡлау хеҙмәте инспекторҙарын һынаны

Марина Чепикова
Кисә Бөрйән районының Шүлгәнташ мәмерйәһе алдында «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы кубогына Башҡортостан Республикаһында айырым һаҡланған территорияларҙың оператив төркөмө дәүләт инспекторҙарының уҡыу-күнекмә семинары үтте. Был сара Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөнә арналды. Биләмәләрҙе һаҡлау буйынса инспекторҙар составын әҙерләү кимәлен күтәреү, тәжрибә уртаҡлашыу, башҡаларҙың эшләү алымдарын үҙләштереү уның төп маҡсаты ине.
Балыҡ тотоуҙа ярыш, башҡа төрлө спорт ярыштары “Шүлгәнташ” ҡурсаулығының музей-экскурсия комплексы территорияһында, “Алтын солоҡ” заказнигында Йылҡысыҡҡан күле янында үтте.
Уҡыу-күнекмә семинары эшендә БР буйынса Рәсәй тәбиғәтте күҙәтеү Идаралығы белгестәре, Башҡортостан Республикаһындағы федераль айырым һаҡланған территориялар директорҙары, «Шүлгәнташ», «Башҡорт», «Көньяҡ Урал» ҡурсаулыҡтары һәм «Башҡортостан» милли паркының оператив төркөмдәренән дәүләт инспекторҙары һәм территорияны һаҡлау буйынса директор урынбаҫарҙары ҡатнашты. Семинар сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалауға, һөнәри оҫталыҡты арттырыуға булышлыҡ итә, тип иҫәпләй ойоштороусылар. Семинар нигеҙендә Шүлгән мәмерйәһендә яңыраҡ ҡуйылған һаҡ һәм күҙәтеү системаһы презентацияһа ла үтте.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика