10:55 (UTC+5), 02 Июня 2010

Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһының хирургия корпусында реконструкция тамамланды

Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков
17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының хирургия корпусы был көндәрҙә ҡайтанан тыуған көнөн билдәләй. 1974 йылдан алып хирургия ярҙамы күрһәтелгән бинаға капиталь ремонт 2009 йылдың майында башланғайны. Бөгөнгө көндә реконструкция тамамланған. Хәҙер 9471 квадрат метрлыҡ майҙанлы биш ҡатлы йорттоң иркен бинаһында заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған операция блоктары урынлашҡан, ә пациенттар юғары комфортлы палаталарҙа дауаланыу аласаҡ. Был медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын, шулай уҡ яңыртылған корпус хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт шарттарын яҡшыртасаҡ. Башҡарылған эштәр һөҙөмтәһендә коммуникация, һыу үткәргес, энергия менән тәьмин итеү, вентиляция, йылытыу системалары алмаштырылған. Төҙөүселәр тәҙрәләрҙе, ишектәрҙе алмаштырған. Мебель яңыртылған.
Был корпуста бер айлыҡ баланан 15 йәшкә тиклемге балаларҙы ҡабул итеү өсөн травматология, урология, ортопедия, нейрохирургия, эндоскопия, хирургия, реанимация кеүек ете бүлексә бар. Дөйөм алғанда корпус 300-гә яҡын баланы ҡабул итә ала. Бинаны реконструкциялауға ҡала бюджетынан 82 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Яңыртылған корпуста шишәмбе көндө, 1 июндә, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов булды. Ул ҡабул итеү бүлегенән алып бар бүлексәләрҙең эше менән танышып сыҡты. Урология бүлексәһендә төбәк башлығына бөйөргә яңы алым буйынса эшләнгән операция тураһында һөйләнеләр. Шуныһы мөһим, был методика 2004 йылда 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының эндоскопсылары һәм урологтарынан торған авторҙар коллективы менән эшләнгән. Һөҙөмтәлә РФ патенты алынған, 100-ҙән ашыу операция яһалған, шуларҙың ҡайһы берҙәре илдә тәүге тапҡыр эшләнгән. Президент был бүлексәнең бәләкәй пациенттары менән аралашты һәм уларға тиҙерәк һауығыуҙарын теләне.
17-се дауахана табиптарының йәнә бер ҡаҙанышы – церебраль фалиж (ДЦП) диагнозлы балаларға импланттар ҡуйыу буйынса уңышлы үткән операциялар. Яңы методика 2009 йылда үҙләштерелгән. Бөгөнгө көндә ике пациентҡа нейростимулятор ҡуйылған, йәнә ике пациентҡа селектив дорзаль ризотомия үткәрелгән. Балалар церебраль фалижы менән әлеге ваҡытта 450 пациент нейрохирургта иҫәптә тора. Баш табип Салауат Ҡыуатов дауахана нигеҙендә бындай балалар өсөн неврологик реабилитация үҙәген булдырыу теләге менән яныуын да әйтеп үтте.
Ҡала балалар клиник дауаханаһында тағы балаларҙың умыртҡа һөйәгенә яңы «Сцентикс» транспедикуляр система урынлаштырыу өсөн операциялар үткәрергә лә йыйыналар. Был методика буйынса операция эшләүгә ете пациент әҙерләнгән. Йыл һайын 40-тан ашыу бала оператив дауаланыуға мохтаж.
Дауахананың баш табибы әйтеүенсә, бөгөн бында яңы тыуған балалар хирургияһына, бөйөргә пластик операциялар үткәреүгә, умыртҡаны оператив дауалауға яңы методика әҙерләп, уны көндәлек эшкә индергән ижади фекерләүсе, әүҙем коллектив эшләй. Ләкин был проекттарҙы тормошҡа ашырыуға иң ябай диагностик ҡорамалдарҙың булмауы ҡамасаулай. «Дауахананы заманса яңы ҡорамалдар менән йыһазландырған осраҡта ғына юғары технологиялар индерергә мөмкин», — тип билдәләй Салауат Ҡыуатов.
Дауахананың тағы бер өс ҡатлы корпусы – яңы тыуған сабыйҙар патологияһы бүлексәһен реконструкциялау темаһы ла күтәрелде. Авария хәлендә булыуы һәм инженер селтәрҙәренең 100 проценты туҙыуы сәбәпле, был корпус 2006 йылда уҡ ябылған. Медиктар был мәсьәләне хәл итеүҙә, шулай уҡ заманса медицина ҡорамалдары һатыу алыуҙа ярҙам итеүҙәрен һораны.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика