11:06 (UTC+5), 01 Июня 2010

Өфө ТӨРКСОЙ ағзалары булған илдәрҙән фоторәссамдарҙы ҡаршылай

Әлфиә Әһлиуллина
Бөгөн республиканың баш ҡалаһында ТӨРКСОЙ ағзалары булған илдәрҙең фоторәссамдарының VI халыҡ-ара ижади лабораторияһы эш башланы. Был күләмле акцияны Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы менән берлектә Төрки мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереү буйынса халыҡ-ара ойошма (ТӨРКСОЙ) әҙерләгән. Өфөлә ул беренсе тапҡыр үтә.
«Башинформ» агентлығына министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, ижади форумда ҡатнашыусыларҙы, ә был Төркиә, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әзербайжан, Ҡырым, Кипр, Иран, Тыва, Хакасия, Сыуашстан, Якутиянан йыйылған 20-гә яҡын фоторәссам, бай эстәлекле программа көтә. Лаборатория үткән 16 көн дауамында уларға Өфөлә һәм унан ситтә эшләргә, III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сараларында ҡатнашырға, һабантуйҙы, Ишембай районында үтәсәк “Салауат йыйыны” фольклор байрамын ҡарарға тәҡдим ителәсәк.
Бөгөн ижади лаборатория программаһында ҡунаҡтарҙың ҡала менән танышыуы, экскурсия билдәләнгән.
Иртәгә үк, 2 июндә, фоторәссамдар ТӨРКСОЙ ижади лабораторияһында ҡатнашыусыларҙың һәм башҡорт оҫталарының фотоэштәре күргәҙмәһен асыу тантанаһында ҡатнашасаҡ, артабан теплоходта йөрөйәсәк.
3 июндә фотографтар төркөмдәргә бүленеп, республика райондарына юлланасаҡ. Сит илдән килгән ҡунаҡтарҙы Әбйәлил, Белорет, Бөрйән, Учалы, Салауат, Мәсетле, Асҡын, Ҡариҙел, Нуриман, Дәүләкән, Әлшәй һәм башҡа райондарҙа көтәләр.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика