05:11 (UTC+5), 01 Июня 2010

Өфөлә наркодилерҙан ун грамға яҡын героин тартып алынған

Рәсүл Хәмиҙуллин
БР буйынса Эске эштәр министрлығының ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү системаһы буйынса героин таратыуҙа ғәйепләнеүселәрҙе ҡулға алған. Бөрөнөң 19 йәшлек ике кешеһе сираттағы героин дозаһын йәшергән ваҡытта Өфөнөң Орджоникидзе районында тотолған. «Башинформ» агентлығына БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, оперативниктар наркодилерҙарҙың наркотиктар йәшерелгән урындар яҙылған блокнотын тартып алған. Исемлектә күрһәтелгән адрестар буйынса йөрөп, дөйөм алғанда ун грамм самаһы героин әйләнештән алынған. Был система буйынса “аҡ үлем” менән сауҙа итеүселәрҙе асыҡлауы еңел түгел. Һатыусы менән һатып алыусының бер ҡасан да осрашмауы төп ҡыйынлыҡ булып тора. Наркотик ҡулланыусылар аҡсаны һатыусы иҫәбенә күсерә, ә һуңғылары дозаның ҡайҙа йәшерелгәнен әйтә. Әммә бөгөнгө көндә бындай схема буйынса эш итеүселәрҙе тотоу өсөн хоҡуҡ һаҡсыларының тейешле белемдәре лә, мөмкинлектәре лә бар. Әлеге ваҡытта оперативниктар төркөмдөң башҡа ағзаларын эҙләй. Ҡулға алынғандарға ҡарата енәйәт эше асылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика