07:23 (UTC+5), 31 Мая 2010

«Октябрьский» спидвей-клубының презентацияһы үтте

Николай Ермоленко | фото: forum.speedway.ru
Йәкшәмбелә Октябрьский ҡалаһының «Plaza» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә байтаҡ спидвей һөйөүселәрҙе йыйған яңы «Октябрьский» спидвей клубының презентацияһы үтте. Спорт комментаторы Юрий Ляпустин Октябрьский ҡалаһында спидвейҙың тарихын һөйләне, уҙышсыларҙың Рәсәй, СССР, Европа һәм донъя чемпионаттарындағы ҡаҙаныштарын һанап үтте. Артабан данлыҡлы йоланы дауам итеүсе йәш уҙышсылар – Арслан Фәйзулин, Павел Савельев, Даниил Калиников, һәм 2010 йылда Рәсәй чемпионатында старт аласаҡ команда менән таныштырҙы.
Альберт Латипов, Алексей Гузаев, Эдуард Шәйхуллин, Сергей Сыгрышев, Евгений Сидорин, Александр Максаков һәм Юрий Соловьевты көйәрмәндәр алҡыштар менән ҡаршыланы.
Тәбрикләү һүҙҙәре менән Башҡортостандың билдәле спортсыһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Михаил Старостин сығыш яһап, уҙышсы егеттәргә сәләмәтлек һәм Владивосток командаһына ҡаршы матчҡа сыҡҡанда уңыштар теләне, шулай уҡ көстө дөрөҫ сарыф итеү, миҙгел аҙағына тиклем рухты нисек һаҡлау хаҡында кәңәштәр бирҙе.
«Октябрьский» спорт клубын нигеҙләүсе һәм директор, шулай яңы команданың тренеры һәм уҙышсыһы Эдуард Шәйхуллин команданың ҡала исеме менән йөрөтөлөүен ҡала хакимиәтенең һәр ваҡыт стадион биреүе һәм башҡа төрлө һорауҙарҙы хәл итеүҙә ярҙам итеүе менән аңлатты. Ул потенциаль спонсорҙарҙы, ундайҙар спидвей һөйөүселәр араһында мотлаҡ булырға тейеш, клубҡа финанс ярҙам күрһәтеүен һораны: аҡса шиндар, запас частар, техниканы тейешле формала тотоу өсөн кәрәк. Эдуард Шәйхуллин ҡала халҡын 13 июндә 19 сәғәттә команданың Владивостоктың «Востогы» менән уҙышыуын ҡарарға саҡырҙы, һәм рухи яҡтан ғына түгел, командаға матди яҡтан да ярҙам күрһәтеүҙәрен һораны.
Презентацияла «Октябрьский» спорт клубының фан-клубын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителде, уның тәүге ултырышы 6 июндә «Чех ихатаһы» спорт-барында үтәсәк. Эдуард Шәйхуллин көйәрмәндәргә команда менән бәйләнештең ныҡ буласағы һәм һәр фан-клуб ултырышында мотлаҡ үҙе ҡатнашасағы хаҡында белдерҙе.
«Октябрьский ҡалаһындағы спидвейҙың артабанғы яҙмышы һеҙҙең ярҙамдан тора!» - тип тағы бер ҡабатланы кисә һуңында Юрий Ляпустин көйәрмәндәргә.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика