Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.72
-0.24
93.81
-0.11
62.51
+0.52
15+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2010, 16:38
Йәй яҡынлаша – йылыраҡ кейенергә ваҡыт
Европа буйлап үткән, Польшаны һыу менән баҫҡан циклон һуңғы көсөн Башҡортостан территорияһында сарыф итә. Ул бында ямғырҙар сифатында ике-өс көн дауамында йоғонтоһон һаҡлаясаҡ. Был турала бөгөн Мәләүез районында үткән республика кәңәшмәһендә Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте мониторинглау идаралығы начальнигы Юрий Ферапонтов хәбәр итте.
Йәй етеүенә ҡарамаҫтан, киләһе аҙна ла үҙе менән йылы алып килмәйәсәк. Һалҡын һауа фронты көндөҙгө температураға 13-18 градустан артыҡ күтәрелергә мөмкинлек бирмәйәсәк. Айырым көндәрҙә ямғырҙар көтөлә. Йәшен ваҡытында көслө ел иҫәсәк.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева, Эльвира Латипова
Теги:
һауа торошо
Читайте нас