05:46 (UTC+5), 28 Мая 2010

Йәштәрҙең бизнес-идеялары республика конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү дауам итә

Эльмира Сабирова
БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы 25 июнгә тиклем республика йәштәрҙең бизнес-идеялары конкурсында ҡатнашыуға материалдар ҡабул итә.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, ул эшҡыуарлыҡ өлкәһендә, шулай уҡ фәнни-техник һәм ииновацион өлкәләрҙә һәләтле йәштәрҙе асыҡлау, бизнес-планлаштырыу өлкәһендә йәш эшҡыуарҙарҙың белем кимәлен күтәреү, инвестицион һәм власть институттары менән хеҙмәттәшлек итеү, йәштәрҙең эшҡыуарлыҡ инициативаһын ғәмәлгә ашырыуға шарттар тыуҙырыу маҡсатында ойошторола.
Конкурста 18-30 йәштәге кешеләр ҡатнаша ала. Талап ителгән документтар иҫәбендә: ғариза, резюме һәм бизнес-идеяға аңлатма.
Уның йомғаҡтары буйынса компетентлы жюри «Йәштәрҙең иң яҡшы бизнес-идеяһы» һәм «Йәштәрҙең иң яҡшы инновацион идеяһы» номинацияларында еңеүселәрҙе билдәләйәсәк. Йәш эшҡыуарҙарҙың иң перспективалы проекттарына уларҙы артабан тормошҡа ашырыу өсөн 30000 һум күләмендә гранттар тапшырыласаҡ.
Конкурс материалдары Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 27-се кабинет адресы буйынса ҡабул ителә. Телефоны: 251-57-11.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының www.minsport02.ru рәсми сайтында «Конкурстар» бүлегендә танышырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика