03:44 (UTC+5), 26 Мая 2010

Арғаяш башҡорт халыҡ театры Силәбелә сығыш яһай

Әлфиә Әһлиуллина
31 майҙа Арғаяш башҡорт халыҡ театры Наум Орлов исемендәге Силәбе дәүләт академия драма театры сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ. Төбәк театры унда башҡорт драматургы Әнғәм Атнабаев пьесаһы буйынса «Ул ҡайтты» спектален ҡуясаҡ.
«Башинформ» агентлығына Силәбе өлкәһе Арғаяш районы хакимиәте башлығының урынбаҫары Рәшит Хәкимовтың хәбәр итеүенсә, һуңғы өс йыл эсендә коллективтың академия драма театры сәхнәһендә был өсөнсөгә сығыш яһауы.
Арғаяш театрының яңы эше Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арнала. Шулай ҙа өлкә үҙәгендә ҡуйыласаҡ спектаклде актерҙар 1 майҙа донъянан ваҡытһыҙ киткән труппаның художество етәксеһе Хәбил Халиковтың яҡты иҫтәлегенә бағышларға ҡарар иткән.
Әйтергә кәрәк, был үҙенсәлекле ижади коллектив – башҡорт халҡы күпләп йәшәгән Силәбе өлкәһе Арғаяш районының ғорурлығы. Үҙенең 20 йыллыҡ тарихында театр өлкә һәм төбәк конкурстарында бер тапҡыр ғына лауреат исемен алмаған. 2008 йылда ул Ивановола үткән I «Провинцияла театраль кисәләр» бөтә Рәсәй ауыл театрҙары фестивалендә беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булған. Ә 2009 йылда театр «Көньяҡ Уралдың атҡаҙанған коллективы» тигән юғары исем алған.
Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Мөхәмәтулла Хафизов әйтеүенсә, Арғаяш театры – республиканан ситтә эшмәкәрлек итеүсе һәм башҡорт драматургтары әҫәрҙәрен пропагандалаусы берҙән-бер башҡорт театры.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика