13:33 (UTC+5), 25 Мая 2010

Китапханалар системаһы директорҙары кәңәшмәһе

Бөтә Рәсәй китапханалар көнө алдынан, 26 майҙа, Өфөлә Башҡортостан китапханалар системалары директорҙарының йыллыҡ Республика кәңәшмәһе үткәрелә. Ул 2010-2014 йылдарға «Китапхана эшен үҫтереү» республика маҡсатлы программаһын һәм Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының 2010 йылға саралар планын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә.
Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге БР Милли китапханаһы директоры урынбаҫары Рәзил Бикбулатов хәбәр итеүенсә, кәңәшмәлә республика китапхана учреждениеларының үҫеш перспективалары ҡараласаҡ һәм 2010 йылдың беренсе кварталындағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаласаҡ. Шулай уҡ китап фондтарын комплектлау, электрон мөхиттә китапхана технологияларын үҫтереү мәсьәләләре лә тикшереләсәк.
Бынан тыш, форум сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған «БР-ҙың иң яҡшы башҡорт китабы» IV Республика конкурсы, «БР-ҙың иң яҡшы китапхана сайты» I Республика конкурсы еңеүселәрен һәм дипломанттарын бүләкләү тантанаһы ла планлаштырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика