Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
57.41
-1.04
55.41
-0.32
87.97
-0.52
5+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2010, 11:44

Өфөлә классик сатраш буйынса ҡала беренселегенең II ярымфиналы үтә

Башҡортостандың баш ҡалаһында республика сатраш мәктәбендә ир-егеттәр араһында классик сатраш буйынса ҡала беренселегенең икенсе ярымфиналы старт алды.
“Башинформ” агентлығына ярыштың баш судьяһы Денис Малиндың хәбәр итеүенсә, швейцар системаһы буйынса туғыҙ турҙа үткәреләсәк турнирҙа квалификацияһы икенсе разрядтан кәм булмаған 23 сатрашсы ҡатнашырға ҡарар иткән. Турнир 30 майҙа тамамлана. Триумфатор, ғинуарҙа үткән беренсе ярымфинал еңеүсеһе кеүек үк, юғары лигала уйнауға хоҡуҡ аласаҡ, ә икенсе – һигеҙенсе урын алыусылар беренсе лигала уйнаясаҡ.
Автор:Ирек Мөхәмәҙиев
Теги:сатраш
Читайте нас в