11:17 (UTC+5), 21 Май 2010

«Урал моңо-2010» «Рәсәй мәҙәниәте» федераль программаһы сиктәрендә үтәсәк

Әлфиә Әһлиуллина
«Урал моңо-2010» төрки йәштәрҙең халыҡ-ара музыкаль ижад конкурс-фестивале быйыл Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы планы буйынса «Рәсәй мәҙәниәте» федераль маҡсатлы программаһын ғәмәлгә ашырыу һәм III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә үтәсәк. Был турала «Башинформ» агентлығына сараның кураторы – Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Маргарита Мансурова хәбәр итте.
Уның әйтеүенсә, 18 йыллыҡ тарихы булған, республика конкурсы булараҡ башланған «Урал моңо» фестивале хәҙер Башҡортостандан ситтә лә киң билдәле. Мәҫәлән, әлеге төрки йәштәре ярышында Төркиә, Монголия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Әзербайжан, Бурятия, Ҡалмыҡстан, Хакасия, Ҡырым автономиялы республикаһы, Марий Иле, Алтай, Дағстан, Саха (Якутия), Ҡабарҙы-Балҡар, Ҡарасәй-Черкесия кеүек Рәсәй Федерацияһы республикалары, Кемерово өлкәһе йәштәренең һәм ижади коллективтарының ҡатнашыуы көтөлә.
«Урал моңо-2010» конкурс программаһының төп саралары 3, 4 июнгә билдәләнгән. Улар Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк. Фестивалдең гала-концерты 5 июндә Конгресс-холда ойошторола.
Конкурс жюрийына килгәндә инде, йола буйынса уға Башҡортостан Республикаһы вәкиле - композитор Урал Иҙелбаев етәкселек итә. Комиссия составына шулай уҡ Ҡырым автономиялы республикаһының мәҙәниәт һәм сәнғәт министры урынбаҫары Исмәт Заатов, Дағстан Республикаһының атҡаҙанған артисы Фатима Нурлыбаева, Ҡаҙағстан Республикаһының Ҡостанай дәүләт университетының халыҡ инструменттары кафедраһы мөдире Абай Әмирханов, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының халыҡ артисы Мозафар Этчеев, композитор Герман Тамбаев (Хакасия Республикаһы) һәм башҡалар инәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика