14:08 (UTC+5), 21 Мая 2010

"Өфө" аэропортында Тажикстандан килгән балаларға вакцинация үткәрелә

«Ҡырағай» полиомиелит вирусын Башҡортостанға индермәү маҡсатында БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән «РФ дәүләт сиге аша үтеү пунктында вакцинациялау тураһында» ҡарарға ҡул ҡуйылған.
Ҡарарға ярашлы “Өфө” халыҡ-ара аэропорты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең медицина пунктында Тажикстан Республикаһынан килеүсе 15 йәшкә тиклемге балаларға, вакциналь статусы ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, ауыҙға эшләнеүсе полиомиелит вакцинаһы менән (бер тапҡыр ҡуйылған аппликация формаһында) вакцинация үткәрелә. Бынан тыш, илгә инеүсе авиапассажирҙар термометрия процедураһын үтә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бындай етди саралар күреүгә Тажикстандан инфекция инеү хәүефе сәбәпсе. Был көньяҡ республика территорияһында ағымдағы йылдың 22 апреленә ҡарата 16 йәшкә тиклемге балалар араһында паралитик полиомиелитҡа оҡшаш 128 киҫкен һүлпән фалиж осрағы теркәлгән, шуларҙың унауһы үлем менән тамамланған.
Өфө аэропортынан хәбәр итеүҙәренсә, республикаға полиомиелит вирусын индермәҫ өсөн Тажикстандан килеүсе пассажирҙарға үҙҙәре менән киптерелгән емештәр һәм сәтләүектәр алырға ярамай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика