09:03 (UTC+5), 19 Мая 2010

«Алтын башаҡ» ауыл «Марадона»ларын эҙләй

Дмитрий Слезин
Еңеүҙең 65 йыллығына арналған «Алтын башаҡ-2010» республика ауыл футболистары ярыштары үҙенең ҡатнашыусыларын көтә. Ғаризаларҙы 21 майға тиклем Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы ҡабул итә.
Ярыштар республиканың муниципаль райондары араһында үткәрелә.
Финал ярыштарында призлы урындар алған командалар Бөтә Рәсәй «Алтын башаҡ» ярыштарында ҡатнашырға хоҡуҡ аласаҡ.
Былтыр Бөтә Рәсәй «Алтын башағының» «бронза»һын яулаған Өфө районының «Альтаир» командаһы уңышы быйылғы миҙгелдә лә Башҡортостан футболсыларының үҙҙәрен күрһәтә алыуына өмөт уята.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был турнир тарихы тамыры менән уҙған быуаттың 60-сы йылдарына барып тоташа. Ул ваҡытта «Сельская жизнь» гәзите мөхәрририәте илебеҙҙең иң көслө колхоз дружинаһына тапшырылыусы СССР ауыл футболының төп трофейы - «Алтын башаҡ» Кубогын булдыра. Популяр турнирҙы тергеҙеү идеяһы 2002 йылда, уны Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының “төп аграрийы” Николай Харитонов ҡурсыуға алғас, хәл ителә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика