Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
83.75
+0.22
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Май 2010, 17:37

Өфө епархияһы Кирилл һәм Мефодий иҫтәлегенә арналған уйындар серияһын үткәрә

Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре алдынан Урыҫ православие сиркәүенә ҡараған Өфө епархияһының дини белем биреү һәм катехизация бүлеге изге апостолдар Кирилл һәм Мефодий иҫтәлегенә арналған әҙәбиәт уйындары серияһын үткәрә.
Әҙәби уйындар тарих, тел һәм мәҙәниәткә ихтирам тәрбиәләүгә, славян халыҡтарын берләштереүгә, мәктәп программаһы сиктәрендә өйрәнелгән рус әҙәбиәтенең христиан нигеҙен билдәләүгә йүнәлтелгән.
Өфөнөң Крестовоздвиженский храмында үткән әҙәби уйындарҙың һайлап алыу турҙарында Өфө епархияһының йәкшәмбе мәктәптәренән йыйылма командалар ҡатнаша. Әҙәби ярышта 13-17 йәштәрҙәге уҡыусылар көсөн һынаясаҡ. Һайлап алыу турҙарында 30 майҙа үтәсәк финал уйында ҡатнашыусылар асыҡланасаҡ. Уйындарҙа еңеп сығыусыларҙы ҡиммәтле бүләктәр көтә.
Автор:Марина Шумилова
Читайте нас: