Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.17
-0.55
91.97
-0.45
70.01
-0.03
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Май 2010, 12:39

18 майҙа Өфөлә 14-16 сәғәттәрҙә ололарға социаль ярҙам буйынса ҡыҙыу линия үткәрелә

«ИНДИГО» Ҡала психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге «Олоғайған граждандарҙы һәм инвалидтарҙы, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандарын социаль-хоҡуҡи оҙатыу» темаһына «ҡыҙыу линия» ойоштора. Шылтыратыуҙар 223-22-11 телефоны буйынса 18 майҙа сәғәт 14.00-дән 16.00-гә тиклем ҡабул ителә. Һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған бар һорауҙарға Өфөнөң Октябрь районы буйынса Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығының ветерандар менән эшләү буйынса бүлек мөдире Эльвира Ғилмиярова һәм «Индиго» үҙәгенең юрисконсульты Александр Мухин яуап бирәсәк.
Автор:Эльмира Сабирова
Теги:анонс
Читайте нас: