05:14 (UTC+5), 17 Мая 2010

Өфө ҡыҙы Светлана Гладышева Рәсәй тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы президенты итеп һайланды

Айҙар Хөсәйенов, Дмитрий Слезин | фото: РФ ТССФ
2010 йылдың 31 мартынан алып Рәсәй тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы президенты вазифаһын башҡарыусы Светлана Гладышева “вазифа башҡарыусы” тигән һүҙҙәрҙән ҡотолдо. РФ Тау саңғыһы һәм сноуборд федерацияһының сираттан тыш отчет-һайлау конференцияһында баш ойошманың төбәк федерацияларынан һәм бүлексәләренән 57 делегат ҡатнашты, һәм яҡташыбыҙ Светлана Гладышева бер тауыштан ойошма президенты итеп һайланды.
Светлана 1971 йылдың 13 сентябрендә Өфөлә тыуған. Ул —1994 йылдағы Олимпиадала супер-гигантта (Лиллехаммер) вице-чемпионка, 1991 йылдағы донъя чемпионатында тиҙлектә төшөүҙә бронза миҙал эйәһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1994). Гладышева –тау саңғыһы спорты буйынса илебеҙ тарихында ике олимпиада призерының береһе. (Икенсеһе — Евгения Сидорова, 1956 йылда Кортина д’Ампеццола слаломда бронза алған).
РИА Новости агентлығында шишәмбелә, 18 майҙа, үтәсәк матбуғат конференцияһы Светлана Гладышеваның федерация президенты итеп һайланыуына һәм уның был вазифала башҡарырға ниәтләгән эштәренә арналасаҡ.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика