05:26 (UTC+5), 17 Мая 2010

Әбйәлил районында Еңеү паркы барлыҡҡа килде

Рәсүл Хәмиҙуллин
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы уңайынан Әбйәлил районында Еңеү паркына нигеҙ һалынды.
«Әбйәлил урман хужалығы» дәүләт учреждениеһы һәм «Баймаҡ урманы» БР дәүләт унитар предприятиеһының Әбйәлил участкаһы уның инициаторҙары булып сығыш яһаны.
0,12 гектар майҙандағы парк Асҡар ауылында урынлашҡан. Ағас ултыртыуҙа элек урман хужалығында эшләгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ла әүҙем ҡатнашты. БР Урман хужалығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, улар 500 төп шыршы, ҡарағай һәм аҡ шыршы ултыртҡан.
Әбйәлил районынан ете меңдән ашыу кеше фронтҡа алынған, шуларҙан яртыһынан күберәге генә әйләнеп ҡайтҡан. Бөгөн районда 47 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика