Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
-0.23
98.03
-0.69
89.29
+0.18
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2010, 10:31

Башҡортостан сатрашсылары Рәсәй йәштәренең II йәйге Спартакиадаһы финалистары булды

Орскиҙа Рәсәй йәштәренең II йәйге Спартакиадаһының икенсе этабы турниры - йәштәр араһында сатраш буйынса Волга буйы федераль округы команда чемпионаты тамамланды.
Башҡортостан республикаһы данын ФИДЕ мастеры Дмитрий Дармин, спорт мастерлығына кандидат Владислав Төхвәтуллин һәм ФИДЕ мастеры Елена Никитинанан торған команда яҡланы.
Улар икенсе урын яуланы һәм Рәсәй йәштәренең II йәйге Спартакиадаһының финал уйындарында ҡатнашыуға хоҡуҡ алды.
Автор:Ирек Мөхәмәҙиев
Теги:сатраш
Читайте нас: