04:46 (UTC+5), 14 Мая 2010

«Мәскәү-Ағиҙел транзит» конкурсы – оҫталыҡ бейеклектәренә күтәрелеү нигеҙе ул

Әлфиә Әһлиуллина
Ағиҙел ҡалаһында 13 майҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған «Мәскәү-Ағиҙел транзит-2010» Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсы башланды. Ул «Роза ветров» халыҡ-ара фестиваль-конкурсының төбәк һайлап алыу туры булараҡ бында алтынсы йыл инде үткәрелә. Уны ойоштороусылар – «Арт-фестиваль — Роза ветров» Балалар хәйриә фонды, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте.
Ойоштороу комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурста үҙҙәрен һынап ҡарау өсөн 700-гә яҡын кеше йыйылды. Былар Ырымбур, Томск, Силәбе өлкәләре, Башҡортостан һәм Татарстан ҡалаларынан һәм райондарынан йәш таланттар.
Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, уларға изге теләктәр теләп, ҡотлау менән мөрәжәғәт итте. Тәбрикләү хатында ул, республикабыҙҙа йәштәрҙең интеллектуаль һәм ижади потенциалын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән әүҙем йәштәр сәйәсәте үткәрелә, тип билдәләне. «Башҡортостан йәштәре» Президент программаһы тормошҡа ашырыла. 2000 йыл – Йәштәр йылы, ә 2009 йыл Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы тип иғлан ителде. Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премиялары, фән һәм техника өлкәһендә гранттар һәм йәштәр премиялары булдырылды. Балалар, үҫмер малайҙар һәм ҡыҙҙар төрлө олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа, фестивалдәрҙә, ярыштарҙа һәм смотрҙарҙа торған һайын күберәк һәм һөҙөмтәлерәк ҡатнаша.
“Сираттағы «Мәскәү-Ағиҙел транзит» конкурсы юғары кимәлдә үтер, вокал, хореография, инструменталь музыка өлкәһендә һәм башҡа номинацияларҙа яңы таланттар асырға ярҙам итер, тип ышанам!
Һеҙгә сәләмәтлек һәм бәхет, сағыу ижади ҡаҙаныштар һәм уңыштар теләйем! «Роза ветров» конкурсында уңышлы сығышығыҙ сәнғәт оҫталығы бейеклектәренә күтәрелеүегеҙҙең башланғыс нөктәһе булһын! Хәйерле сәғәттә!” – тип изге теләктәрен еткерҙе Мортаза Рәхимов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Мәскәү-Ағиҙел транзит-2010» Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсы 16 майға тиклем барасаҡ һәм ҙур гала-концерт менән тамамланасаҡ.
Ҡатнашыусыларҙы тыңлап ҡарау һәм лауреаттарҙың гала-концерты «Иҙел» Ҡала мәҙәниәт йортонда үтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика