09:41 (UTC+5), 14 Май 2010

Мәғариф министрлығы тхэквондо буйынса турнир үткәрә

Дмитрий Слезин
14-16 майҙа Өфөлә (28-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Гвардейская урамы, 46/2) Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының тхэквондо буйынса асыҡ беренселеге һәм «Ғәскәр» төбәк-ара турниры үтәсәк.
Ярыштар Еңеүҙең 65 йыллығына бағышлана.
Был турнир дүртенсегә үткәрелә, һәм йылдар менән уның популярлығы ла арта бара. Йыл һайын турнирға Рәсәйҙең төрлө төбәгенән - Свердловск, Һамар, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән һәм Татарстан Республикаһынан спортсылар йыйыла. Быйыл 400 спортсының ҡатнашыуы көтөлә.
Ярыштар өс йәш төркөмөндә үткәрелә: 1999-2001 йылғы үҫмерҙәр, 1996-1998 йылдарҙа тыуған үҫмерҙәр, 1993-1995 йылғы юниорҙар.
Республика данын халыҡ-ара аренала яҡлаған Башҡортостандың билдәле спортсылары ла турнирҙа ҡатнаша.
Файтерҙар махсус 2012 йылдағы Лондонда үтәсәк Олимпиада өсөн әҙерләнгән яңы электрон жилеттарҙа сығыш яһаясаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика