10:51 (UTC+5), 14 Мая 2010

Башҡорт «Китап» нәшриәтендә өс фотоальбом донъя күрҙе

Любовь Колоколова
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡорт «Китап» нәшриәтендә һәр береһе үҙенә күрә уникаль өс фотоальбом донъя күрҙе.
«Йәшәү хаҡына» фотоальбомында билдәле фотограф Анатолий Михайлович Виноградовтың Өфөләге, шулай уҡ республиканың башҡа ҡала һәм ауылдарындағы Еңеү Көнөн сағылдырған, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары һүрәтләнгән фотографиялары урын алған. Улар 1990 йылдан алып 2004 йылға тиклем төшөрөлгән. Фотоһүрәттәр йәнә байрам яҙмаһын төҙөү мөмкинлеге биргән комментарийҙар менән оҙатылып барыуы арҡаһында ҡиммәтле. Текстар башҡорт һәм рус телдәрендә бирелә.
«Живопись. Алексей Храмов» төҫлө фотоальбомы күренекле рәссамдың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған. Унда рәссамдың тормошо һәм ижады хаҡында бәйән ителә, эштәренең каталогы бирелә.
«Зәйнәб Биишева. Тормошо һәм ижады» фотоальбомы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһының 100 йыллығына ҡарата нәшер ителгән. Китапта Зәйнәб Биишеваға арналған шиғырҙар, хаттар, замандаштарының иҫтәлектәре һәм бихисап фотолар тупланған. Улар яҙыусының ижади һәм ғаилә тормошон, уның 100 йыллыҡ юбилейын билдәләүҙе иллюстрациялай.
Китап-альбом һигеҙ бүлектән тора: башҡорт һәм рус телдәрендә «Тормошо һәм ижады», «Зәйнәб Биишеваның шиғыр юлдары», «Хеҙмәттәштәре һәм замандаштары», «Хаттар», « Зәйнәб Биишеваға арнау», «Ғаилә архивы», «Яҙыусының исемен мәңгеләштереү», «Хәтирәләр».
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика