06:42 (UTC+5), 13 Мая 2010

Стәрлетамаҡта I Педагогик вуздар спартакиадаһы башланды

Әнисә Абдуллина
Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында БР Хөкүмәте кубогына Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына һәм Республика йылына арналған педагогик вуздарҙың I Спартакиадаһы асылды. Тантанала Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Вахит Әбдрәхимов, БР Хөкүмәте Аппаратының мәғариф һәм фән бүлеге мөдире Альберт Ҡорманов, БР йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин, республиканың педагогик юғары уҡыу йорттары ректорҙары ҡатнашты.
Спартакиадала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Вахит Әбдрәхимов, республикабыҙ Президенты һәм Башҡортостан Хөкүмәте спортты үҫтереүгә, йәштәрҙең сәләмәтлеген нығытыуға һәм уларға ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүлә, тип билдәләне. Стәрлетамаҡ республика етәкселегенең тағы бер яҡшы башланғысын тормошҡа ашыра. Спартакиада традицияға әйләнергә, ә унда ҡатнашыусылар һаны артырға тейеш.
Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ педакадемияһында спортсылар күп. Улар араһында Рәсәй һәм халыҡ-ара спорт ярыштарында ҡатнашыусылар һәм призерҙар ҙа бар. Ҡала башлығы фекеренсә, улар физкультура академияһы студенттары менән уңышлы ярыша башланы, сөнки ректорат һәр студенттың потенциалын асыу өсөн шарттар булдырыуға ҙур иғтибар бүлә.
Спартакиадаға 15 спорт төрө буйынса ярыштар инә. Унда республика педагогия вуздарының 600-ҙән ашыу вәкиле ҡатнаша. Ул 14 майға тиклем дауам итә. Иң алда Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ педакадемияһында ярыштар үтте, бөгөн спортсыларҙы Бөрө академияһы ҡабул итә, ә 14 майҙа спартакиадала ҡатнашыусылар Өфөгә бара.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика