Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
15+ °C
Ямғыр
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2010, 18:44
«Информреклама» нәшриәтендә Туймазы юбилейына фотоальбом донъя күрҙе
Өфөнөң «Информреклама» нәшриәтендә быйыл билдәләнәсәк ике юбилейға – Туймазы районының 80 йыллығына һәм Туймазының ҡала тибындағы ҡасабанан ҡалаға үҙгәртелеүенең 50 йыллығына арналған төҫлө фотоальбом нәшер ителде.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, фотоальбом биттәренән урын алған бар фотоһүрәттәрҙе лә урындағы авторҙар - Рүзил Ғәйнетдинов, Әнәс Арсланов, Марат Ғәйнетдинов һәм Руслан Нагаев эшләгән. Сифаты буйынса уларҙың фотографиялары баш ҡала фотохәбәрселәре эштәренән бер ҙә ҡалышмай.
Китап 3500 экземпляр тираж менән сыҡты һәм Туймазының китап магазиндарында һатыуға сығарылды.
Автор:
Любовь Колоколова
Теги:
нәшриәт
юбилейҙар
Читайте нас: