05:13 (UTC+5), 13 Мая 2010

Башҡортостанда педагогтарҙың йәмәғәт ойошмаһы

Эльмира Сабирова
Башҡортостанда яңы йәмәғәт ойошмаһы — «Бөтә Рәсәй педагогик йыйылышы» дөйөм Рәсәй ойошмаһының Төбәк бүлексәһе ойошторолдо. Уны ойоштороу тураһында ҡарар 12 майҙа Өфө Конгресс-холында үткән конференцияла ҡабул ителде.
«Бөтә Рәсәй педагогик йыйылышы» 2006 йылда ойошторола. Әлеге көндә ул Рәсәйҙең 69 төбәгенән 270 меңдән ашыу кешене — мәктәп, юғары уҡыу йорттары, профтехучилищелар уҡытыусылары һәм директорҙарын, эш биреүселәр, йәмәғәт ойошмалары һәм власть органдары вәкилдәрен берләштерә. Башҡортостан был ойошманың 70-се төбәге булды.
Форумда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, республика бүлексәһен ойоштороу – актуаль, мөһим һәм кәрәкле аҙым, тип белдерҙе.
—Башҡортостанда бик күп инициативалы уҡытыусылар эшләй, — тине Сергей Лаврентьев. — Шуға күрә мин, яҡын арала төбәк бүлексәһе әүҙем эшмәкәрлеген башлар һәм республиканың иң абруйлы йәмәғәт ойошмаларының береһенә әйләнер, тип ышанам.
Артабан ул БР Президенты Мортаза Рәхимовтың конференцияла ҡатнашыусыларға тәбрикләү хатын уҡып ишеттерҙе. Унда, атап әйткәндә, шулай тиелә: «Беҙ үҙебеҙҙә Рәсәй педагогик йәмәғәтселегенең был мөһим форумын ҡабул итеүебеҙгә шатбыҙ. «Берҙәм Рәсәй» партияһы, шулай уҡ Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы башланғысында һәм ярҙамында ойошторолған йәмәғәт ойошмаһы биш йыл инде ил мәғариф берләшмәһенең дәүләт, бизнес менән менән берләшеүен тәьмин итә. Хәҙер был йәмәғәт ойошмаһының бүлексәһе Башҡортостанда ла төҙөлә”.
— Рәсәй Федерацияһы Президенты иғлан иткән «Беҙҙең яңы мәктәп» башланғысы сиктәрендә мәғариф өлкәһендә институттар төҙөү һәм граждандар йәмғиәте институтын үҫтереү ҙурыраҡ әһәмиәткә эйә була бара, — тине «Бөтә Рәсәй педагогик йыйылышы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе Михаил Иванов. — Рәсәй мәғариф системаһын камиллаштырыу һәм модернизациялау буйынса һәр башланғысты, уларға граждандар йәмғиәте институты ҡушылмайынса тороп, тормошҡа ашырып булмаясаҡ. Сөнки ул педагогик берләшмә менән власть араһында диалог алып барыу өсөн төп компонент булып тора.
Башҡортостан Республикаһы мәғариф системаһы тураһында һөйләп, Михаил Иванов, ул Рәсәй Федерацияһында иң камил һәм алдынғыларҙың береһе, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, был йәмәғәт ойошмаһы уҡытыусылар менән дәүләт власы органдары араһында диалогка булышлыҡ итәсәк, тигән ышаныс белдерҙе.
— Педагогтар, берҙәм йәмәғәт ойошмаһына берләшеп, педагогтар берләшмәһе мәнфәғәттәрен төрлө кимәлдәрҙә яҡлау мөмкинлеге аласаҡ, — тине Илдус Ғөбәйҙулла улы.
Ойошманың төбәк бүлексәһе рәйесе итеп БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, БР Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рөстәм Ишмөхәмәтов һайланды.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика