09:59 (UTC+5), 12 Мая 2010

Ағиҙелдә VI «Мәскәү-Ағиҙел транзит-2010» бөтә Рәсәй конкурсы үтәсәк

Әлфиә Әһлиуллина
13 - 16 майҙа Ағиҙел ҡалаһында «Роза ветров» халыҡ-ара конкурсының төбәк һайлап алыу этаптарының береһе — Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған VI «Мәскәү-Ағиҙел транзит-2010» бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсы үтәсәк. Ярыштарҙа хореографик коллективтар, классик һәм эстрада йырҙарын башҡарыусылар (яңғыҙ башҡарыусылар, ансамблдәр, хор, инструменталистар (оркестрҙар, ансамблдәр) ҡатнаша ала. Конкурсанттар йәше 19-ҙан үтергә тейеш түгел.
«Башинформ» агентлығына Ағиҙелдәге конкурсты ойоштороу комитеты вәкилдәренең хәбәр итеүенсә, бөгөнгө көндә һайлап алыу турында ҡатнашыуға 700 самаһы кеше —Ырымбур, Томск, Силәбе өлкәләренән, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларынан йәш таланттар ғариза биргән.
Ҡатнашыусыларҙы баһалау “Иҙел” Ҡала мәҙәниәт йортонда үтәсәк.
Өҫтәп үтәйек, «Роза ветров» халыҡ-ара конкурсының бөтә Рәсәй һайлап алыу этабы Ағиҙелдә алтынсы тапҡыр үткәрелә. Уҙған биш йылда унда ике меңдән ашыу һәләтле бала һәм үҫмер көсөн һынап ҡараған.
Башҡортостан коллективтары бер нисә тапҡыр һайлап алыу туры еңеүселәре булған, Мәскәүҙә конкурс финалында ҡатнашҡан, Рәсәй делегацияһы составында Төркиәгә һәм Грецияға барған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика