14:19 (UTC+5), 11 Мая 2010

Өфө үҫмерҙәре «Миңә ҡара» фестивалендә һәләттәрен күрһәтә ала

23 майҙа Өфөлә Өфө хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты һәм ҡаланың «Индиго» психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге менән берлектә «Teen TV» (Санкт-Петербург) телеканалы ойошторған «Миңә ҡара» балалар һәләттәре фестивален киноға төшөрөү үткәрелә. Унда теләк буйынса 12-17 йәштәрҙәге яңғыҙ башҡарыусылар, шулай уҡ ижади коллективтар ҙа ҡатнаша ала. Һәләтле йәштәр бейеү, вокал, акробатика һәм башҡа төрлө жанрҙа сығыш яһау мөмкинлегенә эйә.
Ойоштороусыларҙың хәбәр итеүенсә, фестиваль бөтә Рәсәй социаль проекты иҫәпләнә. Йәш быуын ижадына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү, һәләтле йәштәрҙе асыҡлау һәм ярҙам итеү - уның төп маҡсаты.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаны 18 майға тиклем «Индиго» үҙәгенә тапшырырға кәрәк, уның адресы: Өфө, Шәфиев урамы, 12/2, тел. (347)223-44-49.
22 майҙа республиканың баш ҡалаһында һайлап алыу туры үтәсәк, унда баһалама ағзалары тәҡдим ителгәндәрҙән иң яҡшы 12 номерҙы һайлап аласаҡ, ә 23 майҙа финалға үткән конкурсанттар ҡатнашлығында гала-концертты кинотаҫмаға төшөрөү ойоштороласаҡ. Концерт яҙмаһы «Teen TV» телеканалында күрһәтеләсәк.
Әйтергә кәрәк, өс еңеүсене ҡиммәтле бүләктәр көтә: беренсе урын өсөн – аҡсалата грант, икенсе урынға – видеокамера, өсөнсөгә – акустика системаһы.
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәте www.juniorufa.ru сайтынан һәм (347)223-44-49 телефоны аша алырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика