11:37 (UTC+5), 11 Мая 2010

Өфөлә «Берҙәм Рәсәй.Башҡортостан» гәзите приздарына көрәш буйынса турнир үтте

Марина Шумилова
«Берҙәм Рәсәй.Башҡортостан» партия гәзите Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған көрәш буйынса төбәк-ара турнир үткәрҙе. Унда Башҡортостандан, Силәбе өлкәһенән, Пермь крайынан һәм Татарстандан 300-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.
Ярыштарҙы асыу тантанаһында Төбәк «Берҙәм Рәсәй» партияһы башҡарма комитеты етәксеһенең беренсе урынбаҫары, «Берҙәм Рәсәй. Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Ринат Миһрановтың билдәләүенсә, турнир – Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына ихтирам белдереү генә түгел, ҡатнашыусыларҙың үҙҙәрен дә ныҡлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа тикшереү ул.
Егет һәм ҡыҙҙар төрлө йәш һәм ауырлыҡ категорияларында бил һынашты. Ә көрәшеү сифатын ярыштарҙың төп судьяһы, билбау көрәшендә донъяның абсолют чемпионы Ләйсән Балгажина күҙәтте. Турнир сиктәрендә билбау көрәшендә Рәсәйҙең беренсе абсолют чемпионы, СССР һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған физик тәрбиә хеҙмәткәре Харис Йосопов призы уйнатылды. Һөҙөмтәлә икенсе тапҡыр төп трофей Өфөнөң Дим районы йыйылма командаһына эләкте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика