06:14 (UTC+5), 08 Мая 2010

Хәйбулла районында оло йәштәге һәм яңғыҙ ҡалған кешеләр өсөн пансионат асылды

Лилиә Ғатауллина | фото: Альберт Үзбәков
Хәйбулла районының Ивановка ауылында кисә "Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге" дәүләт учреждениеһы ҡарамағындағы оло йәштәге граждандарҙы һәм инвалидтарҙы стационар хеҙмәтләндереү бүлеге ишектәрен асты. Был әһәмиәтле һәм үҙенә күрә уникаль ваҡиға Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеүгә тап килтерелде. Пансионатты асыу тантанаһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Ринат Бикбов, БР Дәүләт Йыйылышы депутаты — «Башмелиоводхоз» идаралығы» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Бәхетғәле Батанов, «Башкирская медь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Ғаяз Шәрипов, райондың эре предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, Ивановка ауылы халҡы ҡатнашты.
Пансионат 55 урынға иҫәпләнгән, заманса техника менән йыһазландырылған йыйнаҡ торлаҡ һәм ял бүлмәләре, иркен аш бүлмәһе һәм ашханаһы бар.
«Бүребай тау-байыҡтырыу компанияһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте (генераль директоры Борис Павлов), «Хәйбулла Тау Компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (генераль директоры Камил Дашкин), «Башкирская медь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте кеүек райондың алдынғы предприятиелары, шулай уҡ һәр төрлө ойошмалар етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары пансионатҡа ҡиммәтле бүләктәр - компьютер, йыуыусы саң һурҙырғыс, кухня комбайны, сәс алыу машинкалары, электр ҡырынғыстар, үтек, теген машинкаһы, радиотелефон, 4 телевизор һәм тәрилкә-антенна тапшырҙы. Был ҡиммәтле кәрәк-яраҡтарҙың барыһы ла оло йәштә яңғыҙ ҡалған граждандарҙың йәшәйешен еңелләштереү ниәтенән бирелгән.
Пансионатты асыу тантанаһы район артистары һәм коллективтарының байрам концерты менән оҙатылып барҙы.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика