10:02 (UTC+5), 08 Мая 2010

Бәләбәй ҡалаһы музейында «Еңеүселәр галереяһы» асылды

Любовь Иванова
Еңеүҙең 65 йыллығына «Белебеевские известия» гәзите мөхәрририәте һәм ҡаланың крайҙы өйрәнеү музейы фронтта төшөрөлгән фотоларҙан “Еңеүселәр галереяһы” күргәҙмәһен әҙерләне. Был проект редакцияға туғандарының һуғыш заманындағы уникаль фотоһүрәттәрен алып килгән уҡыусылар ярҙамында бойомға ашырылған. Уларҙан яугирҙарыбыҙҙың Чехословакияла еңеүҙе байрам итеүен, беҙҙең легендар бәләбәйле – генерал И.А.Ласкиндың Паулюсты пленға алыуын, һалдаттарҙы фронтҡа нисек оҙатыуҙарын, Австрияла ялға туҡтауҙарын, госпиталдәрҙә дауаланыуҙарын, еңеүҙе Берлинда ҡаршылауҙарын һәм башҡаларҙы күрергә мөмкин.
Мөхәрририәт хеҙмәткәрҙәре фотографияларҙың электрон банкын булдырҙы, Бәләбәй ҡала типографияһы менән «Калейдоскоп» медиахолдингы уларҙы күргәҙмә форматында баҫып сығарҙы. «Кристи» реклама агентлығы «Белебеевские известия» хеҙмәткәре А.Вождаев эскизы буйынса баннер-саҡырыу әҙерләне. Музей һәм «Курсор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте фоторамдар һатып алды. Күргәҙмәне тантаналы асыу сараһы музейҙа фронтовиктар һәм уҡыусы балалар ҡатнашлығында 5 майҙа үтте. Беренсе экскурсияны мөхәррир урынбаҫары, «Ветеран» рубрикаһын алып барыусы Асия Кәбирова үткәрҙе.
Еңеүселәр галереяһы «Белебеевские известия» гәзите сайтында (belizv.ru) урынлаштырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика