05:58 (UTC+5), 06 Мая 2010

«Ҡыҙыу пейджер»: мөрәжәғәттәр иҫәбе арта

Сергей Захаров
Апрелдә Өфө хакимиәтенең «Ҡыҙыу пейджер» хеҙмәтенә 229 граждан мөрәжәғәт иткән. Март менән сағыштырғанда был 44-кә күберәк. Бынан алдағы мөрәжәғәттәренә ҡала халҡы төрлө ҡала инстанцияларынан 75 яуап алған: 31 ғариза ыңғай хәл ителгән, 44-е буйынса аңлатмалар бирелгән. Мөрәжәғәттәрҙең ҡалған өлөшө әлеге ваҡытта ҡаралыу өҫтөндә.
Традицион рәүештә мөрәжәғәттәр буйынса Калинин районы беренселекте бирмәй – 59. Октябрь районынан 48 кеше мөрәжәғәт иткән, Орджоникидзе районынан — 43, Совет районынан — 39, Киров — 28, Ленин районынан — 10. Өфөнөң Дим биҫтәһенән ни бары ике мөрәжәғәт килгән.
Көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе — ремонт һәм торлаҡ йорттарҙы файҙаланыу. Ошо сәбәпле 57 граждан шылтыратҡан. Туғыҙ кеше йылыны бығаса һүндермәүҙәренә ризаһыҙлыҡ белдергән. Һәм был көндәр йылыныуға ҡарамаҫтан. Ете мөрәжәғәт ҡыйыҡ ябыу эштәренә ҡағыла. Алты кеше һыу үткәргестәр системаһы эшенән риза түгел.
Ихаталарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһе буйынса 54 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. 21 гражданды - йәмәғәт транспорты, 14 кешене социаль өлкә ҡәнәғәтләндермәй. Һәр төрлө инстанциялар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары һәм фатирға түләүҙәргә ялыуҙар кәмегән: 27 марттағы 44-кә ҡаршы.
«Ҡыҙыу пейджер» мөрәжәғәттәр ҡабул итеүен дауам итә. «Мэрия» абоненты исеменә 277-09-11 телефоны аша шылтыратып хәбәр итергә мөмкин. Иң мөһиме, операторға үҙегеҙ йәшәгән районды, адресығыҙҙы, фамилия, исем, атайығыҙҙың исемен һәм телефонығыҙҙы әйтергә онотмағыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика