Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.45
0
82.39
0
74.99
-0.92
4+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Май 2010, 15:11
Туғыҙ йәшлек Артем Голов – Ҡазанда "Виктория-2010" халыҡ-ара конкурс еңеүсеһе
Ҡазанда Еңеүҙең 65 йыллығына арналған "Виктория-2010" халыҡ-ара конкурс-фестивале тамамланды. Ул илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән, шулай уҡ Ҡаҙағстандан һәм Украинанан меңләгән һәләтле балаларҙы йыйҙы. Конкурс йомғаҡтары буйынса "Инструменталь башҡарыу. Соло. I кескәйҙәр төркөмө" номинацияһында өфөлө Артем Голов I дәрәжә лауреат исемен яуланы.
Артемға 9 йәш, ул — Өфөнөң Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбенең баян класы буйынса уҡыусыһы. Һәләтле малайҙың шундай ҡаты конкуренцияла еңеүгә өлгәшеүе бик ҡыуаныслы, әлбиттә – жюри был номинацияла баянсыларҙы ғына түгел, башҡа музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙы ла баһаланы бит. Артем Голов менән бергә был халыҡ-ара уңышты уның педагогы Рөстәм Хәйрисламов та уртаҡлаша.
Автор:
Әлим Фәйезов
Теги:
конкурстар
фестивалдәр
Читайте нас в