05:50 (UTC+5), 30 Апрель 2010

Ветерандар сатрашта ярышты

Юлай Мәғсүмов
Өфөлә һуғыш ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре араһында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған сатраш-шашка турниры үтте. Башҡортостандың баш ҡалаһының Октябрь районы хакимиәте менән ойошторолған традицион турнир аралашыу даирәһен киңәйтеү һәм ололар араһында интеллектуаль уйындарҙы популярлаштырыуҙы төп маҡсаты итеп ҡуйған.
Ярыштарҙа 24 ветеран ҡатнашты. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар дәртләнеп уйнаны. Уйын барышын судья Рауил Төхвәтуллин баһаланы.
Турнир йомғаҡтары буйынса ир-егеттәр араһында сатрашта беренсе урынды Айҙар Хөсәйенов яуланы, икенсе —Виктор Мацепуроға һәм өсөнсө урын Айрат Булгаковҡа бирелде. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында сатрашта Алла Евченкоға тиңләшеүсе табылманы, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Флүрә Мөхәмәтйәнова менән Мөнәүәрә Сәфиуллина бүлеште. Шашкала Рәзилә Хәбирова беренсе урын алды, икенсе урында – Фәймә Дусаева һәм өсөнсөлә – Мөнәүәрә Сәфиуллина.
Еңеүселәр грамоталар менән наградланды, турнирҙа ҡатнашыусыларҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика